Warning: Use of undefined constant REQUEST_URI - assumed 'REQUEST_URI' (this will throw an Error in a future version of PHP) in /var/www/www-root/data/www/adm-ostashkov.ru/index.php on line 11

Warning: Use of undefined constant REQUEST_URI - assumed 'REQUEST_URI' (this will throw an Error in a future version of PHP) in /var/www/www-root/data/www/adm-ostashkov.ru/index.php on line 11

Warning: Use of undefined constant REQUEST_URI - assumed 'REQUEST_URI' (this will throw an Error in a future version of PHP) in /var/www/www-root/data/www/adm-ostashkov.ru/index.php on line 11

Warning: Use of undefined constant REQUEST_URI - assumed 'REQUEST_URI' (this will throw an Error in a future version of PHP) in /var/www/www-root/data/www/adm-ostashkov.ru/index.php on line 11

Warning: file_get_contents(/var/www/www-root/data/www/yandex_adm-ostashkov.ru1.txt): failed to open stream: No such file or directory in /var/www/www-root/data/www/adm-ostashkov.ru/index.php on line 21

Warning: file_get_contents(/var/www/www-root/data/www/yandex_adm-ostashkov.ru2.txt): failed to open stream: No such file or directory in /var/www/www-root/data/www/adm-ostashkov.ru/index.php on line 22

Warning: file_get_contents(/var/www/www-root/data/www/yandex_adm-ostashkov.ru3.txt): failed to open stream: No such file or directory in /var/www/www-root/data/www/adm-ostashkov.ru/index.php on line 23

Warning: file_get_contents(/var/www/www-root/data/www/yandex_adm-ostashkov.ru4.txt): failed to open stream: No such file or directory in /var/www/www-root/data/www/adm-ostashkov.ru/index.php on line 24

Notice: Undefined variable: adsense7 in /var/www/www-root/data/www/adm-ostashkov.ru/index.php on line 35
Стихи на башкирском языке про хлеб. KidsClever - развитие ребенка Детский развивающий сайт

Linguerra. Стихи на башкирском языке про хлеб


Стихи Шайхзада Бабича на башкирском языке

Эшһеҙлектең еме булып, йылтырап Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым. Эш өҫтөндә ҡайнап үтте йылдарым. Юл ыңғайы тыуып-үҫте йырҙарым.Иркәлектең өнө булып әлһерәп Тыуманы был йөрәк ҡаны — йырҙарым. Көнө алтын. Өнө ялҡын — йырҙарым. Эш өҫтөндә тыуып-үҫте йырҙарым.Бәлки шуға татлы һуттай түгелдер. Бәлки шуға наҙлы гөлдәй түгелдер. Эштә ҡайнап, урғып тыуҙы йырҙарым. Йырҙар булып түгелеп

Читать далее →

Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем, Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә. Сәстәремә ҡырау сәселһә лә, Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә. Йырлап йәшәйем. Халҡым, илем ғүмере Әкиәттәрҙән гүзәл йыр булғас. Тыуған ерем — бөйөк Совет иле, Ер йөрәге типкән ер булғас. Йырлап йәшәйем. Халҡым үҙе һөйөп: «Йырла! — тиеп бирҙе ҡәләмде. — Данла! — тине, — һине

Читать далее →

Ауыр юлды бергә-бергә үттек, Еңеүгә лә килдек күмәкләп. Һәр аҙымда тойҙом йәнәшәмдән Дуҫтар атлағанын терәкләп. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар. Алыҫтан да Яҡын булып йылы һирптегеҙ. Беләккә — көс, йөрәккә дәрт өҫтәп, Һаман алға бергә илттегеҙ. Илгәҙәклек минән күрмәнегеҙ, Ҡайсаҡ хатта ауыр һулаттым. Ә шулай ҙа, дуҫтар, ысын дуҫтар, Мин һеҙҙе бит бик-бик яраттым 1958

Әсәм әйтә ине: «Фәрештәләр» Таң алдында бәхет өләшә. Егәрлеләр генә үҙ өлөшөн Алыр өсөн тороп өлгәшә. Йоҡосоға өлөш бирмәй улар. Өлөшһөҙҙө һөймәй Алла ла… Таңда йоҡлап ҡалһа, яҙын иртә Сәскә атмаҫ ине алма ла». «Әсә һүҙе — тәңре һүҙе» тиҙәр. Күңелемдә тере һаҡланым. Эштә үтте көнөм. Көс-тир түгеп Ҡаршы алдым төндөң һәр таңын. Урман ҡырҡтым.

Читать далее →

Кабинет шәп, иркен, яҡты, Йылы, рәхәт. Шунда нисә йыл ултыра Күрмәй михнәт. Ышана, мин, тип, тиңдәшһеҙ Дан директор. Ғилми эште ултырмышым Алға илтер. Мин булмаһам, фән бик артта Ҡалыр ине. Билсәнде кем дегәнәктән Айырыр ине?! 1956

Йәнһеҙ булыр ине ғүмер, Һөйөү менән йөрәк тулмаһа. Айырылышыу, Өҙөлөп, һағынып көтөү, Ярһып ҡаршы алыу булмаһа. 1955

Элек заман һин бер үкһеҙ бала инең. Бар байлығың — кырыҫ, йәнһеҙ дала ине. Шул далаңда һин, имгәкләп, ауа-түнә, Тома һуҡыр юлсы булып бара инең. Хәҙер көслө ир-арыҫлан, баһадир һин. Алғы сафта бәхет даулап бараһың һин. Юлың яҡты, көнөң көләс, теләгең саф, Бөйөк илдең ҡәҙерле бер балаһы һин. Һәр йылыңда унар йыллыҡ юлды үттең. Коммунизм

Читать далее →

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин, Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин, Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин, Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин, Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин, Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин, Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин, Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең

Читать далее →

Күктә алла, Ерҙә иблес. Мин — малай. Береһе — «дин», тип. Береһе — «мин», тип Тартҡылай. Белмәйем: Әллә алла, Әллә иблес Алдалай?! 1916

Йөк ауыр, юл болғауыр булһа ла, милләт, әйҙәле: Алда рәхәт ҡәҙерене белмәккә михнәт файҙалы. Яҡты нурлы көндәрең — алдыңда. Был хаҡ вәғәҙәһе. Ана күренә ҡибла яҡлап бик матур аҡ шәүләһе. 1915

Әйҙә, күңелем, бында торма, күккә, күккә, күккә ос, Күккә ос: күктә тыныс, бында һуғыш, бында ҡылыс! Әйҙә, күккә, бында йәм юҡ, күктә йәм бар, унда нур, Бында нәмә: Йәмле һындар… Унда хур бар, унда хур. Әйҙә, ғүмерем, әйҙә, бәхетем, әйҙә, күңелем, бергәләп, Бында булһа күбәләктәр, ундалыр барлыҡ мәләк. 1915

Әй, мулла абзый, ант итәмен аллаң менән, Ант итәмен башыңдағы салмаң менән: Өҫтән былай кеше төҫлө күренһәң дә Эсең-тышың тулы сеп-сей ялған менән! 1917 Эй, мулла (Перевод на русский язык) Эй, мулла, клянусь тебе твоим аллахом И чалмой твоею белою, как сахар: Хоть снаружи ты похож на человека, Ложью все твое нутро кишит от века.

Әй, большевик, эшең ҡылдың һәр өйәҙҙә: Йәшен булдың, гөрзөй булдың буржуаға. Юлың имен, юлбашсың Ленин булһа, Ҡыр төлкөнө, ирек булһын өйрәк-ҡаҙға! 1917

Тарау сәстәр туҙып бөттө, Матур көндәр уҙып китте; Матур көндәр, матур һүҙҙәр Йөрәккә йәм һыҙып китте.Матур йөҙҙә матур күҙҙәр Матур уйҙар теҙеп үтте; Бары китте, бары бөттө, Хәҙер инде ҡыҙыҡ китте. 1916  

Их, рәхәт шыуа сана, юрта ат талғын ғына, Яҡ-яғымда киң ялан йоҡлап ята тып-тын ғына. Алдымда аҡ ҡар йәйелгән, ялтырап аҡ-аҡ булып, Ынйы-мәрйендәр сәселгән өҫтөнә ваҡ-ваҡ булып. Юл ситендә ҡар киҫәктәре торалар теҙелешеп, Барыһы ла эйелеп ҡалалар, хуш-иҫән бул, тиешеп. Аҡ ҡояш нур ептәрен һуҙған да ергә нур һибә, Нурлы ептәрҙән ағып, моңло күңелгә йыр

Читать далее →

Нәфсе — шайтан, бик яуыз ул, һәр әҙәмде аҙҙыра, Аҙҙыра торғас, наҙандарҙы юлынан яҙҙыра. Әммә унан да яуыз бер нәмә бар, ул — эскелек, Ул халыҡты йорт-еренән һәм диненән яҙҙыра. 1914 — Фәлсәфәнән туйҙыҡ инде, һатма, ташла фәлсәфәң, Фәлсәфә сәйнәр заман уҙған, хәҙер эшләр заман. — Һеҙ туйғас та, туймағандар ас көйгә торормо ни? «Фәлсәфә

Читать далее →

Яһу аллам! Һинән һорап ярҙам, Ярһып йөрөйөм үлем ауыҙында. Үлһәм, шәһит булһам, ҡанлы кәүҙәм Балҡып йөҙһөн ожмах хауызында. Айа, ғафур, айа, рахман рәхим! Рәхмәтеңдән ситкә ҡайырма! Ҡурҡытмаһын мине шайтан ражим, Ныҡ имандан мәңге айырма! «Тау эйәһе» тәңрем, таштарыңдан Беләгемә ҡаты ныҡлыҡ һал! «Ут эйәһе» тәңрем, уттарыңдан Йөрәктәргә үтмәҫ утлыҡ һал!.. Диңгеҙҙәрҙе сайҡап тулҡынлатҡан, Эй, ҡөҙрәтле

Читать далее →

Ярһынмаһа күкрәк йәшнәп, күкрәп, Телдәреңдә ялҡын яна алмай. Аһ ормаһаң һыҡрап, тетрәп-тетрәп. Ҡулдарыңдан алтын тама алмай. 1914

Ян, бисара йән, Там, ҡап-ҡара ҡан, Көлһөн бөтә йыһан Шәйхзада бисаранан! 1915

Атланым — эҙ юҡ, Баҡманым: йөҙ юҡ; Боҙланып күңелем, Сатнаным: ҡыҙ юҡ. Йәшлектән ләззәт Тапманым: тоҙ юҡ. 1915

Дуҫтарым, торған ерегеҙ, тыуған ауыл, киң ауыл, Барса ҡайғы, моңдарыңды юйған ауыл, тын ауыл. Иң һөйөклө киң ауыл һәм тын ауылды мин ген Ташланым; ник ташламайым, башҡа тулғас ҡом ғына! 1910

Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, эй китап, баҡһам һиңә, Ысын, аҫыл нигеҙле ерҙән күп белемдәр бир миңә! Эй китап, мин аңраны төҙ юлға күндерһәнә, Мине баҫҡан йәһел утын һыу һибеп һүндерһәнә. Һин йыуатҡыс, һин уятҡыс, һин миңә ысын атам, Булмаһаң һин, мин һине һағынып ҡына сирләп ятам. Эй китабым, эй китап, миңә ҡыл һин хитап, Һин

Читать далее →

Әссәләмәғәләйкүм, Шәмсеҡәмәр! Беҙ иҫән-һау, башҡаса юҡ яңы хәбәр. Уңайлы ваҡытығыҙ булырмы икән, Бөгөн кис һеҙҙең яҡҡа барһаҡ әгәр? Бер төҫлө аҡҡан көнгә асыу итеп, Һеҙгә барһаҡ, аҙмы-күпме асыу ҡаныр, Беҙ барыуға аулаҡ булһа, тыныс булһа, Ул саҡта өҫтөгөҙгә рәхмәт яуыр. 1917

Осоноп-осоноп, өҙөлөп-өҙөлөп, Ашҡынып шатлыҡ көтәм. Инде, әй хәсрәт ләғиндәр, Һеҙгә ҡурҡаҡлыҡ көтәм.Инде бик күптән тамыр йәйгән Йөрәктең аһтары, Аһтарымдың ҡып-ҡыҙыл Уттан яралған япрағы, — Һәммәһе ҡороһон, етәр, Күкрәккә уттар таммаһын, Тамған ут һүнһен, етәр, Инде йәһәннәм янмаһын!.. 1916  

Сайпылышып шатлыҡ тулҡындары, Сәп-сәп бәрелә күңелем ярына; Шул шатлыҡтар менән ҡаршы торам Был донъяның барлыҡ зарына. 1916

Ҡыҙҙар — иркә, Ирҙәр — күркә, Ҡатындар — ҡурсаҡ! Аңҡый шәхсиәт, Ялтырай тәрилкә, Матбуғат — уйынсыҡ! Күҙҙәр — йыландай, Телдәр йыумалай, Малайҙар үрмәләй, Танауҙар — Һималай! 1916

Ап-аҡ алтын йырҙарымды Йырламайым данлыҡ өсөн; Йырлаймын алтын илем өсөн, Үҙ туған халҡым өсөн. Саф көмөштәй йырҙарымды Йырламайым алтын өсөн; Йырлайым тик саф көмөштәй Саф йөрәк халҡым өсөн. Сәскә төҫлө йырҙарымды Йырламайым зауҡым өсөн; Йырлайым тик сәскәләй Ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн. Дәртле ҡайнар йырҙарымды Йырламайым дәртем өсөн; Йырлайым тик мәңге шат, Дәртле, көләс халҡым өсөн.

Читать далее →

Һис тотор хәл юҡ күңелдең теҙгенен, Һис белер хәл юҡ фекерҙең төҙлөгөн, Бер минутта мең түгел, миллион теләк, Белә алмайым ҡай теләктең үҙлеген. Алсы, тәңрем, был күңелдең йөҙлөгөн, Һалсы күҙҙән был томанлы күҙлегем: Аңҡы-тиңке ҡайғырып көндәр уҙа, Инде аҙ-аҙлап безелдәр миҙгелем. 1917

Тын ғына, тып-тымыҡ бер төн ине, Шишмәкәй шылтыр-шылтыр-шылтыр ине… Йыраҡтан гөлдөр-гөлдөр арба килә, Ул да тынлыҡты ҡуйыртыр өсөн генә; Аръяҡта бер эт өрә, ул шул тынлыҡты Ҡолағыма ҡыуып кертеү өсөн генә… Мин ятамын, шул тынлыҡта уйлай-уйлай, Ике күҙем йондоҙ һайын ырғып йөрөй. Ҡай сағында аҡрын ғына бер ел иҫеп, Ағастарға минән йәшереп ниҙер һөйләй… Йәсиғ

Читать далее →

Белмәгән менән бәрәбәрме белә торған кеше? Тиң булырмы күрмәгән менән күрә торған кеше?Берме үҙ-үҙен наҙанлыҡ ҡәберенә күмгән менән Ысын ғилемдән ҡәлбенә рух-йән бирә торған кеше?  

Һәр ҡасан тик тор: берәй ахмаҡ һүҙ һөйләһә, Бел: уға һүҙ ҡайтарыуҙан тик тороу артыҡ таһа. 1911

Хоҙайға илап, теләйем теләк: Беләккә — ҡеүәт, йөрәккә — йөрьәт. Утлы пар кеүек һулыш теләймен. Зөлфәҡәр кеүек ҡылыс теләймен. Ҡабынһын донъя, бер өрһәм «өф» тип, Табынһын миңә аждаһа, ғифрит! 1916

Әй минең һыҙғыслы нәмәм, әй матур кәкре муйын! Әй күңелдең наҙлы урынынан урын тотҡан уйын. Һандуғас күк һыҙҙырып һайрап ебәрсе бер генә, Һайра, йырла, тик мине дәртләндереүсе һин генә. Һин генә иң нескә хистәр, нескә моңдар шишмәһе, Һин тауыштар ҡаҙнаһы һәм һин уйындар батшаһы. Һин был донъяның түгел, ожмахта хурҙар сазы һин, Саф, матур, моңло

Читать далее →

Бер әҙәм: «Русса беләмһең һин?» — тип Һораны; мин әйттем: «Беләмен мин» — тип, «Йә, һөйләп ҡара!» — тигәс ул, мин тинем: «Знакум, я бит ничауа незнаем!» «Шәп икәнһең руссаға, Шайҡулзадам, Кем өйрәтте, әйтсе?» — тине ул әҙәм. Мин был һүҙгә аптырап торҙом; ләкин Аңланым тиҙ: ул икән сеп-сей наҙан! 1911

Салауат ҡандай бәһлеүән? Салауат ҡандай бәһлеүән? Даусан, яусан бәһлеүән, Еңелмәүсән бәһлеүән. Салауат тиңһеҙ арыҫлан, Салауат тиңһеҙ арыҫлан, Арыҫландай алышҡан, Уғы алған алыҫтан. Салауат — Урал балаһы, Салауат — йөрәк ҡәғбәһе, Ерҙә әнүәр кәүҙәһе, Күктә зәңгәр шәүләһе. Салауат дауҙы ҡайтарған, Салауат яуҙы айҡаған, Ҡылысы тауҙы аҡтарған, Тауышынан күл сайҡалған. Салауат — йәнле шәжәғәт, Салауат мәңге сәләмәт,

Читать далее →

Ризабыҙ, ҡисмәтең беҙгә бүлемле; Наҙандар маллы, әммә беҙ белемле; Бөтә тиҙ донъя малы, мәңге тормай, Белем бөтмәй, юйылмай һәм серемәй. 1914

Гөрләшеп, дәртле минуттар Остолар моңдар менән; Мин төшөп киттем, төшөп киттем, Төшөп киттем түбән. Остолар моңдар һауаға, Йырлашып ҡыҙҙар менән; Мин тороп ҡалдым көйөп, әрнеп, Күңел һыҙлау менән.

Мин халыҡҡа аптыраймын: ниңә улар көн һанай? Ник тарығалар? Уларға донъя бит бик киң һарай! Нимәгә ашҡына улар, әйтсе әле, был йүнме ни? Аптыраймын, бит улар хөр, һуң улар, ә минме ни? Көн һанаһам һәм ашыҡһам, ул миңә йүн, исмаһам, Бер ҙә ашыҡмаҫ инем мин, ситкә сығып китмәһәм. 1910

Матур һындар, матур ҡыҙҙар, матур сыңдар, Әйткән саҡта, исемегеҙ матур сыңлар. Һеҙҙе күреп, йәмгә сумып, киттем иреп, Аҡылһыҙҙар, аҡылһыҙ, тип баҡырһындар. Ҡарап ҡарайыҡ: аҡыллылар нишләр икән, Бар аҡылды көрәшергә саҡырһындар, Ҡарап ҡарайыҡ: бер һылыуҙы еңер микән, Сихри күҙҙән сихри уҡтар атылһындар. Ҡыҙыл ирен бер йылмайһа, хоҙай шаһит, Бөтә фекер әсир төшөр, аҡыл шөрләр. Ике тәңре:

Читать далее →

Юҡҡа сыҡҡан, юҡҡа икмәкте сереткән бәндә мин, Бер зәгиф, көсһөҙ, һөнәрһөҙ, буйға бөткән бәндә мин. Сәскә төҫлө күкрәп үҫкән иң ҡәҙерле саҡтарым Бер ҙә юҡҡа алданып, тик исраф иткән бәндә мин. 1913

Пак тыуып, выждан менән, паҡлыҡта үҫкән бәндә мин, Бәндәләргә «бәндә» булғандар эсендә алла мин. Саф иман тапланмаһа, тәҡдир аяҡтан салмаһа, Нурлы йондоҙҙарҙан да нурлы ялтырармын алда мин. 1913

Тәрилкәгә күмәсеңде өйөп килтер, Бабич ағай, ашап бөтөр, тиеп килтер; Килтергәндә йырлап килтер, бейеп килтер, Шәйх ағай ашаһын, тип, һөйөп килтер. 1918

Көндәрем йәмһеҙ, мөхитем булманы йәнгә кефү, Бәс шуныңсөн донъяға минән мәкафәт: ҡых, тфү!.. 1916

Айға үрләп, нурҙа уйнап, Күкрәгемде нурланым. — Ит ғәфү әй, ай, тинем мин, Нурҙарыңды урланым. — Һис зарар юҡ, ал, тине ай, Ал ла сәс нур халҡыңа; Мин дә бит төн хаҡына Алдым ҡояштың нурҙарын. 1916

Йөрөгән саҡта башҡорт туғайҙарын Йәнем әллә ҡайҙа елкенә; Ишеткәндә моңло ҡурайҙарын, Йөрәгемә моңдар бөркөлә. Тауҙарына менһәм, ҡырҙа йөрөһәм, Балҡый йәннәт нуры — гөлостан, Меҫкен башҡорт ауылын килеп күрһәм, Аңҡый хәсрәт, үлем — гүрестан. Гүрестандай ғәмле ауылдарҙа Ҡыбырлаша йәнле мәйеттәр, Йәнле мәйеттәрҙең ғәмен көйләп, Илап аға Һаҡмар, Яйыҡтар. Янып-көйөп, бәғерем өҙгөләнеп, Ләғнәт уҡыйым, кемгә — белмәйем,

Читать далее →

Ваҡлығы менән йыһандың ваҡһынаһым килмәне, Ят үлемде ҡаршы алдым, ятһынаһым килмәне. Донъяла йәнгә тыныслыҡ юҡлығын белгәс тамам. Мин әле йәш, тип, үлемдән тартынаһым килмәне. Тар ҡәберҙең ҡуйынына керҙем — ҡотолдом донъянан, Сөнки биҙҙем донъянан, артыҡ тораһым килмәне. Йәшләй үк керҙем ләхеткә, киң түшәкте тарһынып. Төп ятаҡ булғанға ләхетем, тарһынаһым килмәне. 1916

Әх, бөгөн донъя кейенгән ҡыҙға оҡшап тәп-тәтәй, Ҡыҙ булып баҫҡан тәбиғәт донъяға ап-аҡ тәпәй. Хаузы кәүсәр шишмәһе өҫтөнән иҫкән ел кеүек, Их, бөгөнгө ел һауанан бер ғәжәп ләззәт татый. Ниндәй йәмле, их, бөгөн ожмах көнөнән йәмле көн. Ҡайҙа ожмах — фирҙәүес бер яҡта торһон хатта ки! 1916

Ҡурҡыныс уйҙар килеп баҫҡас, ирекһеҙ баш бөгәм, Эстә хәсрәт ҡайнашып ташҡас, өҙлөкһөҙ йәш түгәм. Йәм күрә алмам, ғәмле хәлдәр китмәйсе, йәш кипмәйсе, Күҙ йәшемде киптерерлек яҡты ҡояш сыҡмайсы. 1916

Бер бүлмәлә ике шәкерт дуҫ ҡына торған була, Эстәре бошҡанда йырлап, уйнаған, көлгән була.Керһә алдарына ҡыҙ, дуҫлыҡтары сиктән аша: «Ҡыҙҙы мин ҡосам элек»,— тип дөп тә дөп йоҙроҡлаша! 1910  

Әй, матур ҡыҙ Зөһрә йән, Мин һине күрәм ҡасан? Әй, Бибизөһрә, һиңә Төштө ысын ғишҡым, ышан. Бик матур, бик йәмле тип Мәрйәм апай маҡтаны. Шул минутта күңелемде Мөхәббәтең ҡапланы. Күрмәһәм дә күргән кеүек, Төштө ғишҡың ҡәлбемә. Зөһрә ҡыҙҙы насип ит, тип Доға ҡылдым тәңремә. 1917

Тыш яҡтан йылмаңлап, дошмандар Төшкәндәр беҙ төшкән юл менән; Яҙыҡлы, ләғнәтле ҡул менән Беҙ ҡосҡан баланы ҡосҡандар.Алданма, аҡ күңел башҡортом, Юлатма йыланды ҡуйыныңа; Һарылып мәлғүндәр муйыныңа, Башыңды мөнйөрҙәр аҡыртын. Ҡуя тор киңлекте, аҡлыҡты, Ҡара бул, зәһәр бул дошманға; Сер бирмә һыналған ҡуштанға, Башыңа бетеү ҡыл һаҡлыҡты. 1918  

Таянып эйәккә, Күҙ тегәп йыраҡҡа, Ултырам уйланып Бер үҙем бер яҡта. Уйланам, уйланам, Уй менән юғалам… Бер ваҡыт кинәттән Һиҫкәнеп уянам. Уянам, ни күрәм: Әйләнә һәр тирәм, Уй тәрән һәм томан… Шаҡ ҡатып тик торам. Мин, имеш, аҙам, Мин, имеш, туҙам, Гөнаһым — туҙан, Тау кеүек язам! 1915 Грех и наказание (Перевод на русский язык)

Читать далее →

Зәңгәр күк — тажым, сыбар ер — тәхетем, Үҙем — азат йән, аҡ ҡояш — бәхетем. Йондоҙҙар һәм ай — серсе дуҫтарым. Һандуғас, турғай — йырсы ҡоштарым.Сыҡһам сахраға, гөлдәр, үләндәр Тәғзим итәләр, биреп сәләмдәр. Йән сәсәктәрем, гөл ҡанаттарым, Оса янымда күбәләктәрем. Латиф ел — саба, тип: «Мәрхәба!..» Һөйөп, иркәләп йөҙөмдән үбә. Менһәм тауға, их, осайыммы

Читать далее →

Ҡып-ҡыҙыл ҡандар йүгергән күҙҙәреңдең ағына, Күҙләүең — ҡорһаҡ ҡына, һүҙҙәрең — донъя ғына. Социал тимһең үҙеңде, ҡып-ҡыҙыл, тип, маңлайың? Ник ҡыҙыл ул? Сөнки имгәнһең фәҡирҙәр күҙ майын. Ник ҡыҙыл ҡандан буялған күҙ төбөңдөң керпеге? Юҡ һинең күңелең төбөндә тамсы шәфҡәт бөртөгө. Ник һинең мәҡһүр, ҡалын иренең ҡарағусҡыллана? Сөнки күңелеңдә фәҡирҙәргә асыу, мыҫҡыл яна. Шул көйөнсә

Читать далее →

Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар, Күп ырыуға баш йорттар. Беҙҙә гәүһәр, беҙҙә йәүһәр, Беҙҙә һәр бер ашлыҡтар. Беҙҙә тиңһеҙ сәхрәләр. Сәхрәләр — ожмах улар; Унда гөлдәр тирбенеп, Йәмләнергә саҡыралар. Унда ҡоштар һайраша, Күлдә ҡамыш шаулаша. Ҡамыш буйы әрүшә, Тамаша, әй тамаша. Беҙҙә ҡалын урмандар, Беҙҙә данлы Урал бар; Урал аҫты алтындыр, Өҫтә — шәфҡәт балҡыйҙыр. Һиҙен,

Читать далее →

Бер минутта ташты күңелем, бер минутта булды ут, Берсә янды, берсә туңды, барыһы булды бер минут. Бер минут бар донъяһын ҡарғап ҡабынды уттарым, Янды, көйҙө, парса-парса булды меҫкен күкрәгем. Эйе, янды күкрәгем… Тик, юҡ, ләкин меҫкен түгел, Был йөрәк — утлы йөрәк, уткен күңел, киҫкен күңел. Ул яна, тик ҡайғырып янмай, яна шатлыҡ менән, Ул

Читать далее →

Эй илаһи, килде лә керҙе моронға тәмле еҫ, Эй ғәзиз кис, йәмле кис һәм йәнле кис, илһамлы кис.Йәмле өҫтәл өҫтөнә йәйгән матур аҡ эскәтер, Эскәтер өҫтөндә ҡоймаҡтар нәфис еҫ еҫкәтер. Эс, ҡунаҡтар, тип самауыр шатланып йырлап тора, Һәм дә Бағбостан йөҙө илһамлы ай күк яҡтыра. Алдыбыҙҙа май менән балдар торалар: «Ҡап», — тиеп, Һәм Бабич

Читать далее →

Арыҫландар үҙ ерен Залимдарҙан таптатмаҫ, Таптаймын тип атлаһа, Башҡорт ҡаны атлатмаҫ. Ил өҫтөнә сапҡан яу Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ, Бысраҡ табан аҫтында Башҡорт намыҫы ятмаҫ. Башҡортостан — гөлбостан, Сөнбөлөстан, нурбостан, Шунда тыуған, шунда үҫкән Башҡорт атлы арыҫлан! Башҡортостан баҡсаһы — Арыҫландар торған ер; Арыҫландар бабаһы — Ҡаһармандар йөрөгән ер; Ҡаһармандар кәүҙәһен Ҡосаҡлаған, күмгән ер; Хәләл ҡандар

Читать далее →

Валлаһи, һин сәнселеп кит, тонсоғоп үл, бөт, ҡаҙал. Шунда ла һис кем дә күрмәҫ, валлаһи, бер эт ҡәҙәр! Нишләйем һуң? Әйтсе, зинһар, сәнселәйемме, нишләйем? Сәнселеп, сәсрәп сығайыммы?.. Нишләһәң дә, эш ҡыйын. Нишләйем һуң — зәҡҡумлы хәсрәттәр менән күңелем яна, Нишләйем һуң — мәлғүн иблестәр төкөргән донъяға! 1915

Афарин һеҙгә, ирек сулпандары! Афарин, ысын изгелек солтандары! Был ҡараңғы гүргә түнгән донъяның Көн вә көн атмаҡта ысын таңдары. Афарин, их… донъяға шатлыҡ килә, Юйыла золмат, йылмайып аҡлыҡ килә; Емерелә вәхшәт, хаҡһыҙлыҡ, золом; Аҡрын, аҡрын нур сәсеп, хаҡлыҡ килә. Шатланам мин, күкрәгем ташҡан кеүек. Түҙә алмайым, һикеренәм, шашҡан кеүек. Афарин, әй һеҙгә миллион афарин; Нурлы

Читать далее →

Атланым эҙһеҙ, Тапманым йондоҙ; Боҙланып күңел, Сатнайым ҡыҙһыҙ; Үтте йәш ғүмерем, Ләззәтһеҙ, тоҙһоҙ. 1916

Айға мендем, ай нуры менән ҡойондом, уйнаным, Күп һөйөндөм, һөйөнөс менән төйөлдөм, туйманым. Туйманым, айҙан уҙып, мендем ҡояшҡа ашҡынып, Юҡ, шулай ҙа булманы ташҡын күңелде баҫтырып… Шул барыштан барышыма, киттем хоҙайҙың ғәрешенә, Ун һигеҙ мең ғаләме артымда ҡалды барыһы ла. Ни өсөндөр тапманым күңелем ҡарар ғәрешендә лә, Көрсөйҙө күрһәм дә хатта тынманым уныһында ла. 1914

Бөгөнгө көн мин тыуҙым, Иламайса, тын тыуҙым; Истиғдадтан, зәканан, — Һәр ҡайһынан кәм тыуҙым. Ғүмерем үтте бикарерәк, Буш ел ҡыуҙым да ҡыуҙым; Тыуҙым, үҫтем, ҙур булдым, Ник яралдым, ник тыуҙым? 1918

nashi-stihi.ru

Стихи. - Башкирский язык (практика). - Башкирский язык. - Каталог статей

Мөхәббәт – ул, әйтерһең дә, утлы йәшен,

Любовь – она словно огненная молния,
Һанап-һорап тормай һис бер кемдең йәшен.Не считается ни с чьим возрастом.
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен,Неугасаемым пламенем охватывает старого и молодого,
Көйҙөрөр тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин, йәшен.Если ты боишься, что обожжет, беги, прячься.
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!Только после не лей слезы!
Мөхәббәт – ул, әйтерһең дә, утлы йәшен.Любовь – она словно огненная молния.
Гел йылмайҙы донъя... Әсәм булып, Бишегемә эйелеп йылмайҙы, Тәүге аҙымымды үҙем үткәс, Шатлығынан һөйөнөп йылмайҙы, Ә йығылғас - Күҙ йәшенә төйөлөп йылмайҙы...

Всегда улыбался мир... Мамой, Склонившись к моей колыбели улыбался. Когда мой первый шаг я сам прошел, От радости возрадуясь улыбался, А когда упал - Давясь слезами улыбался.

Йөрәгем минең – тумалған сәскә,

Асылып китә, дуҫтар килгәс тә.

Килһә дошманым, яман уй ҡороп, -

Йөрәгем минең – төйнәлгән йоҙроҡ.

Сердце мое – завязь цветка,

Раскрывается, когда приходят друзья.

Если приходит враг мой, дурную мысль вынашивая,

Сердце мое – сжатый кулак.
Ғүмер. Уны юғалтыуҙан ҡурҡа һәр бәндә. Тик ул түгел, беҙгә тормош ҡәҙерле. Ғүмер – һауыт ҡына тормош шарабына. Ул буш булһа – бәр! Ват тере ҡәберҙе.Жизнь (век). Потерять ее боится каждый человек. Но не она, а жизнь (состояние) нам дорога. Жизнь(век) – всего лишь сосуд для вина жизни (состояния). Если он станет пустым – бей! Разбей живую могилу.

Һүҙ – йәнһеҙ ул. Һәр тел уға

Һалған рух та төрлө һәр саҡ.

Бәндә йәнен алмаҫ, тимә,

Кисә кендек киҫкән бысаҡ.

Һүҙ – буш һауыт. Ә һауытҡа

Шифа дарыу һалып була,

Ул ҡарышмай, йөҙөн дә һытмай –

Зәһәр ағыу һалып була.

 

Слово – без души. Каждым языком

Вкладываемый в него дух, все время разный.

Не говори, что не отнимет жизнь человека

Нож, вчера перерезавший пуповину.

Слово – пустой сосуд. А в сосуд

Можно налить целебное лекарство,

Он не противится, и лицо даже не сморщит –

Можно налить злой яд.

Алтын көҙҙәр килһә, ябай яҙҙы көтәм, -

Ябай бөгөн яҡшы алтын иҫтәлектән.

Перевод:

Когда приходят золотые осени, жду простую весну, -

Простое "сегодня” лучше золотых воспоминаний.Абайлап ат: һүҙ - уҡ. Шул да иҫтә булһын:Күккә атҡан уҡ тә ергә тейә, дуҫым.

Осторожней будь в беседе: слов отточенные стрелы,Даже если пустишь в небо, на земле находят цели.

Йот-аслыҡты күп күргәнгә

Халҡым элек-электән,

Ҡытлыҡҡа ла, юҡлыҡҡа ла

Күптән инде күнеккән.

 

Бары менән байрам, тибеҙ,

Шөкөр, тибеҙ, барына.

Меҫкенлектән, бахырлыҡтан

Йәнем алмай арына.

 

…Ҡосағымда һин ятаһың,

Шөкөр, тимен, барына.

Ә күңелем тәүге йәрен

Һаман үлеп һағына.

 

Из-за того, что испытывал много голода

Народ мой издревна,

К недостатку, к нужде

Давно уже привык.

 

Что есть  - с тем и праздник, говорим,

Благодарение, говорим, и за то, что есть.

От униженности, убожества

Душа моя избавиться не может.

 

…В обьятиях моих ты лежишь,

Благодарение, говорю, и за то, что есть.

А душа моя по первой любимой

До сих пор до смерти тоскует.

Аҡ бәрәскә һыу эсерәм,

Һыйлайым бесән менән.

Ҡышын миңә йылы ойоҡ

Бүләк итерен беләм.

Белого барашка водой пою,

Угощаю сеном.

Зимой мне теплые носки

Подарит, знаю.

Рәйес Түләк

 

Хатта беҙҙе тоҡта һаҡлау мөмкин,

Йәшәй-йәшәй шуны төшөндөм:

Ул беҙ гонаһ йә хатаһы булһа

Дуҫыңдың йә һөйгән кешеңдең.

    

Даже шило в мешке можно сохранить,

Пожив, я понял это:

Если это шило – грех или ошибка

Твоего друга или любимого человека.

 

***

- Тау артына Ҡояш ышыҡланһа,

Гөл-сәскәләр ниңә ысыҡлана?

- Юлға, тиеп, менгәнеңдә атҡа,

Әсәйеңдән белеш һин был хаҡта.

 

- Ул борсолоп, ахыры, илап ҡала,

Ә ниңә һуң илап ҡаршы ала?

- Сәскәләрҙән белеш һин был хаҡта,

Һыҙып ҡына Ҡояш ҡалҡҡан саҡта.   

- Когда Солнце прячется за гору,

Почему цветы покрываются росой?

-Будешь в путь отправляться на коне,

У матери своей об этом спроси.

 

- Она, наверное, от тревоги плачет,

А почему же встречает с плачем?

- У цветов об этом спроси,

Когда полоской Солнце всходит.

 

  

 

***

Һиндә төҫтәр ике төрлө:

Аҡ һәм ҡара.

Ҡалай рәхәт, килер өсөн

Бер ҡарарға.

 

Бына тағы һиңә бары

Секунд етте.

…Аһ, ниңә һуң миндә төҫтәр

Етмеш ете…   

У тебя цветов два:

Белый и черный.

Как удобно, чтобы придти

К решению.

 

Вот снова тебе только

Секунды хватило.

…Эх, почему же у меня цветов

Семьдесят семь…

***

 

ЯҢЫ ЙЫЛ КИСЕ

    

НОВОГОДНИЙ ВЕЧЕР

Сың ишетеп ятам –

Күктән ҡар ҡойола,

Гүйә, тирә-яҡтан

Ҡунаҡтар йыйыла.

Тик юлдары сикһеҙ,

Ваҡыт сикле ҡалған.

Булһа ла кемегеҙ,

Инегеҙ… эй, Аллам!   

Слышу звон –

С неба падает снег,

Как будто с округи

Собираются гости.

Но пути бесконечны,

Времени осталось мало.

Ну хоть кто-нибудь,

Войдите… эх, Господи!

Миниатюра Рами Гарипова:

 

Ниндәй төн был,

Ниндәй айлы төн был!

Үлгем килә хатта был саҡта.

Үлгем килә…

Тик мәңгегә түгел,

Бер минутҡа – һинең ҡосаҡта!..

Какая ночь,

Какая лунная ночь!

Даже умереть хочется  в такое время.

Умереть хочется…

Но не навечно,

На одну минуту – в твоих объятьях!

Мин – йылға.

Барыһы ла миңә бата…

Минең төптә аҡ таштар ҙа,

                       ҡаҡ баштар ҙа

                                        йәнәш ята.

 

Мин – йылға.

Барыһы ла миңә бата…

Төндә ҡараҡ мал мәйетен ташланиһә,

Иртән һылыу

Һалҡын һыуым

                             алып ҡайта…

 

Я – река.

Все тонет в меня…

На дне моем и белые камни,

                                     и черепа

                                           рядом лежат.

 

Я – река.

Все тонет в меня…

Вот ночью вор скинет тушу скотины,

- А утром красавица

Прохладную воду мою

                                   домой несет…

 

АҒАС

 

Ун икенсе ҡаттан

аҫҡа бағам…

Аҫта ағас.

Ботаҡтары

Тарбаҡ-тарбаҡ,

(Гүйә бармаҡ.)

Күптән инде

Ярмай япраҡ.

 

Ун икенсе ҡаттан

аҫҡа бағам…

Батып барған

Бер ҡулмы ни:

Күҙгә төртөп

Тора ағас!

Ә урамдан

«Тимер ташҡын»

ярһып-шашып

Аға, аға…

Аға… Аға…

ДЕРЕВО

 

С двенадцатого этажа

смотрю вниз…

Внизу дерево.

Ветки его

Растопырены

(Как будто пальцы).

Давно уже

Не растут листья.

 

С двенадцатого этажа

смотрю вниз…

Утопающая

Рука, что ли:

В глаза колет,

Стоит дерево!

А по улице

«Железный поток»

взбесившись

Течет, течет…

Течет… Течет…

 

 

linguerra.ucoz.ru

Стихи про осень на башкирском языке | KidsClever

На данной странице собраны познавательные стихи про осень на башкирском языке, которые познакомят малышей и школьников с удивительными стихами на башкирском языке.

 

Стихи про осень на башкирском языке

Ҡырҙа эштәр бөттө инде, 

Көнгә һалҡын төштө инде, 

Көтөү-көтөү ҡыр ҡаҙҙары 

Йылы яҡҡа осто инде. 

 

Йәмле айҙар үтте инде, 

Көҙ ҙә килеп етте инде, 

Яңы мәктәптәргә инеп 

Уҡыр ваҡыт етте инде. 

 

Йәшлек ҡәҙерен белегеҙ, 

Мәктәптәргә килегеҙ, 

Яңы асылған мәктәпкә 

Ҡотлап сәләм бирегеҙ! 

 

***

 

Жалко, что я не художник. 

Тихой осенью в лесу 

У тропинки подорожник, 

Как невесту, ждет росу. 

Кто-то красками забрызгал 

Все травинки на полях, 

И деревья гнуться низко 

С акварелью на ветвях. 

И боярышник иголки 

Среди ягод затаил. 

Как не хочется надолго 

Покидать их яркий мир! 

Скоро месяц-полуночник 

По траве пойдет гулять. 

Жалко, что я не художник, 

Не умею рисовать. 

 

***

 

Необъятно яркими цветами, 

Прекрасный взор окутал дивный лес, 

Пронзая ветер сердце, голосами, 

Завет в свою страну чудес. 

Еще не спит ручей журчащий, 

И только сыпется листва, 

Тот самый лист, в лесу парящий, 

Летит к ручью едва. 

А утром лес, дня прекрасней, 

В легком, туманном сне, 

Блестит в росе листва контрастней, 

Мечтая снова о весне. 

И все пышней то одеяло, 

Все меньше хлопот и тревог, 

Неожиданно вдруг тише стало, 

Упал последний лепесток.

 

***

 

Ағастарҙың ҡоро япраҡтары 

Унда-һанда ғына ҡалдылар. 

Ҡоштар осоп киткәс, яландары 

Йоҡлағандай шымға талдылар. 

 

Бына оҙаҡламай йомшаҡ ҡарҙар, 

Күбәләктәй яуып, ер ҡаплар; 

Яландарҙа ҡалмаҫ бер йән заты, 

Ҡураларға ҡайтыр бар аттар. 

 

Һыу өҫтәре ҡатыр күк боҙ булып, 

Тыныр шишмәкәйҙәр, туңырҙар, 

Йәйелеп ятҡан күк боҙ өҫтәрендә 

Ирмәк итеп балалар шыуырҙар. 

kidsclever.ru


 
 
Пример видео 3
Пример видео 2
Пример видео 6
Пример видео 1
Пример видео 5
Пример видео 4
Как нас найти

Администрация муниципального образования «Городское поселение – г.Осташков»

Адрес: 172735 Тверская обл., г.Осташков, пер.Советский, д.З
+7 (48235) 56-817
Электронная почта: admin@adm-ostashkov.ru
Закрыть
Сообщение об ошибке
Отправьте нам сообщение. Мы исправим ошибку в кратчайшие сроки.
Расположение ошибки: .

Текст ошибки:
Комментарий или отзыв о сайте:
Отправить captcha
Введите код: *